Wikipedia:Асыҡ хат
Википедия – ирекле энциклопедия
Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетына асыҡ хат.
2001 йылдан Бөтә донъя Интернет селтәрендә ғәҙәти булмаған энциклопедия йәшәй һәм үҫеш ала. Ысын мәғәнәһендә асыҡ, ирекле, түләүһеҙ мәғлүмәт саралары менән һәр кем ҡуллана һәм сикләнмәгән рәүештә тулыландыра ала. Был энциклопедияны тулыландырыуҙы, мәтди файҙа көҫәмәгән, кемдеңдер ҡушыуы буйынса түгел, ә үҙенең йөрәк әмере буйынса килгән ҡатнашыусылар алып бара.
200-ҙән ашыу телдә алып барылған мәғлүмәт донъяһында башҡорт телендәге бүлеккә лә урын бар. Башҡорт бүлеге 2002 йылдың 2 июнендә булдырылған. Әммә ләкин 2006 йыл башына тиклем бүлек йәтим ине. Бүлектең хәким вазифаһын, башҡорт телен белмәгән, татар егете үтәп килде. Үткән йылдың ғинуар айында башҡорт бүлегенең хәҡим һәм бей хоҡуҡтарына мин эйә була алдым. Бүлек бер ни тиклем йәшәй башланы. Көн һайын яңы мәҡәлә яҙыла йәки булғандары камиллаштырыла. Шулай ҙа, үҫеш бик әүҙем бара, тип әйтергә иртәрәк.
Башҡорт телендәге киң мәғлүмәт сараларына, Википедияның башҡорт бүлеге тураһында белдереп, даими рәүештә ҡыҫҡаса хәбәрҙәр ебәреп торам. «Йәшлек» гәзитенән башҡалары, был хәбәрҙәргә битараф булып ҡала килә.
Хөрмәтле Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары!
Википедияның башҡорт бүлеген Үҙ ихтибарығыҙ аҫтына алырһығыҙ, уның үҫеше өсөн эшлекле саралар күрерһегеҙ, тигән ышаныс менән был хәбәрҙе Һеҙҙең ҡарамаҡҡа ебәрәм.
--Рөстәм Нурыев 17:51, 31 ғинуар (Һыуығай) 2007 (UTC)