Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!
Википедия – ирекле энциклопедия
Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!.
Рауил Бикбаевтың II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы сығышынан.
- Ил тупланды бөгөн оло Ҡоролтайға,
- Был байрамда бер туғандай гөрләшәйек.
- Байраҡ булып ҡалҡһын оло маҡсатыбыҙ,
- Бөтә донъя башҡорттары, берләшәйек!
- Байрам тыныр, тик тынмаһын уртаҡ уйҙар,
- Әйҙәп торһон алға хәләл көрәшебеҙ,
- Ситкә ташлап ваҡсыллыҡты, көнсөллөкте,
- Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!
- Кәрәк түгел милләтем тип тамаҡ ярыу,
- Кәрәк бары милләт өсөн юлдар ярыу,
- Кәрәк бары көн-төн тимәй алға барыу,
- Берләшегеҙ, бөтә донъя башҡорттары!
- Еребеҙ тип беҙ янмаһаҡ, кем һуң яныр?
- Бәләләрҙән беҙ ҡотҡармай, кем ҡотҡарыр?
- Көс-ҡеүәтте беҙ тапмаһаҡ, кем һуң табыр?
- Берләшәйек, бөтә донъя башҡорттары!
- Беҙгә бер кем ситтән килеп ярҙам ҡылмаҫ,
- Үҙебеҙҙең иңебеҙҙә бар эшебеҙ,
- Еңелмәйек ялҡаулыҡтан, тарҡаулыҡтан,
- Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!
- Илгә, йортҡа ҡот-бәрәкәт килһен тиһәк,
- Китһен хәсрәт, кипһен тиһәк күҙ йәшебеҙ,
- Таяныстың иң ныҡлыһы – тоғролоҡта,
- Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!