Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы
Википедия – ирекле энциклопедия
Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы, күренекле дәүләт эшмәкре.
1904 йылдың 10 майында Өфө губернияһы Златоуст өйәйҙе, хәҙерге Башҡортостан республикаһының Мәсетле районы, Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған.
1993 йылдың 13 авгусында Өфө ҡалаһында үлгән. Ерләнгән урыны - (билдәләргә һәм яҙып ҡуйырға).
1936 йылда Свердловскийҙа сәнәғәт академияһын тамамлаған.
1920 - 1940 йылдар партия, дәүләт, хужалыҡ эшетәрендә. 1930 йылда Мәсетле районын ойоштороусы.
1940 - 1946 йылдар БАССР -ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе.
1946 - 1953 йылдар КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе сәркәтибе.
1929 - 1933 йылдар БашЦИК ағзаһы.
1946 - 1954 йылдар СССР Юғары Советы депутаты. 1950 - 1954 СССР Юғары Советы Президумы ағзаһы.
1951 - 1955 йылдар РСФСР һәм БАССР Юғары Советтары депутаты.
4 тапҡыр Ленин (1943, 1944, 1948, 1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров — Өфө: "Башҡорт энциклопедияһы" дәүләт ғилми нәшриәте, 1997.