Википедияның башҡорт теленә файҙаһы
Википедия – ирекле энциклопедия
Википедия һәр ҡатнашыусы өсөн файҙалы
ba.wikipedia.org проекты тураһында
Мәҙәниәт ҡомартҡылары. Был төшөнсә бик йыш ҡына иҫке йорттар, төрлө тарихи әйберҙәр, ҡыҫҡаса әйткәндә -- матди монаяттар менән күҙаллана. Әммә, һәр бер халыҡтың холоҡ-фиғелен һәм донъяға ҡарашын белдергән әһәмиәтле мәҙәниәт ҡомартҡыларындан береһе (иң әһәмиәтлеһе булмаһа әле) – ул халыҡтың теле. Дөрөҫ, тел – үҙенсәлекле, матди булмаған ҡомартҡы. Шуның өсөн дә тел күҙаллаған мәҙәниәт ҡомартҡылары кеүек түгел, башҡасараҡ һаҡланырғә тейештер. Һәр халыҡ мәҙәниәтенең һаҡлауға хоҡуғы булыуына икеләнеүсе бар микән? Ысынлап та, телде музей витринаһы аҫтына һалып булмай. Башҡа матди булмаған ҡомартҡыларҙан да (мәҫәлән халыҡ әҙәбиәтенән) айырылып тора. Халыҡ риүәйәттәрен китап итеп баҫып киләсәк нәҫелдәр өсөн һаҡлап була. Ә бына телде иһә… Әлбиттә һүҙлектәр, уҡыу әсбәптары баҫтырыу, мәктәптәрҙә башҡорт телен киң күләмдә уҡытыу телдең һаҡланыуына, киләсәктә был телдә һөйләшеп-һөйләшелмәүегә ныҡ тәҫьир итәсәк. Әммә ләкин, көндәлек тормошобоҙҙа үҙ телебеҙҙә аралашмаһаҡ, әйтеп үтелгән саралар нәтижәһе түбән буласаҡ. Иғтибар итегеҙ! Хәҙерге ваҡытта үҙ телебеҙҙә аралашҡанда урыҫ һүҙҙәрен йыш ҡулланабыҙ. Был йоттан нисек ҡотолорға, Интернет селтәрендә «йәшәгән» ҡан-ҡәрҙәштәребеҙгә башҡорт телендә аралашыу мөмкинселектәре етәрлекме һуң? Беҙ – Википедияның башҡорт бүлексәһен төҙөүҙә ҡатнашыусылар, был сара башҡорт теленең һаҡланыуына тос өлөш индерәсәгенә инанабыҙ.
Нимә һуң ул Википедия? Википедия – ул ғәҙәти булмаған энциклопедия. Ғәҙәти булмауы - ҡағыҙҙа түгел, ә Интернет киңлектәрендә булыуында ла ғибәрәт түгел. Википедияның иң мөһим үҙенсәлеге – Интернет ҡулланыусылары араһынан теләгән бер кешенең булған мәҡәләләргә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү, йәки яңы мәҡәләләр яҙыу, ҡайһы бер тәғлимәттәр буйынса фекер алышыуҙарҙа, бәхәстәрҙә ҡатнашыу кеүек мөмкинселектәргә эйә булыуҙа. Һәм был мөмкинлектәрҙе ҡулланыу хоҡуғы бөтәһе өсөн бер кимәлдә булыуында. Википедияла ысын мәғәнәһендә «demokratia». Бындай форсатты дөрөҫ ҡуллана алыуыбыҙҙы иҫбат итеү йәһәтенән дә әһәмиәте бик ҙур. Сөнки беҙҙең аңыбыҙҙа «demokratia», «revoluzia», «anarxia» һүҙҙәренең төшөнсәләре кире һәм яман мәғәнәлә һеңеп ҡалған. Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәрҙә ошондай һорауҙар тыуыуы ла мөмкин – бындай «тәртипһеҙлек» ҡыйын хәлдәр тыуҙыралыр бит? Сөнки «вәхшиҙәр» дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе юйып ялғандарын урынлаштыра ала. Ниндәйҙер мәҡәлә буйынса төрлө ҡараштар булып, бер фекергә килә алмаған бәхәстәр ҡупһа ни эшләргә? Насар уйлы кешеләрҙең эшләгән төҙәтмәләрен элекке хәленә килтереү ҡыйын түгел -- мәҡәләнең бөтә өлгөләре лә хәтерҙә һаҡлана. «Вәхшиҙең» ҡылған ҡылығын төҙәтеү өсөн кәрәкле төймәләргә ике тапҡыр сиртеү ҙә етә. Яңы индерелгән төҙәтеүҙәр исемлеккә индерелеп бара, ә хәкимдәр бөтә үҙгәрештәрҙе тикшереп баралар. Бынан башҡа, әүҙем ҡатнашыусылар ҡыҙыҡһынған мәҡәләләрен махсус исемлеккә керетәләр һәм ундағы үҙгәрештәрҙе күҙәтәләр. Икенсе мәсьәлә (мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө) -- ҡыйыныраҡ, ләкин уны ла сисеп була. Википедия рәсми рәүештә бөтә фекерҙәргә лә уртаҡ ҡараш сәйәсәтенә таяна. Әгәр мәсьәлә бәхәсле булһа, мәҡәләлә мәсьәләгә ҡағылышлы бөтә ҡараштарҙы белдерергә кәрәк. Әгәр ҡатнашыусылар уртаҡ фекергә килә алмай мәҡәләне тегеләй ҙә былай ҙа төҙәтәләр икән (төҙәтеү һуғыштары тиҙәр), хәкимдәр мәҡәләне төҙәтеүҙе яба алалар. Бәхәсле мәҡәләләрҙе хәл итеү өсөн һәр мәҡәләнең фекер алышыу бите бар. «Бөтәһе лә бер тигеҙ хоҡуҡлы тип атала, ә хәкимдәр ҡайҙан барлыҡҡа килә» -- тигән һорау бик урынлы. Википедиялағы хәким -- ҡатнашыусылар тарафынан һайланып, бей тарафынан тәғәйенләнеп, үҙенә өҫтәмә бурыстар алған ҡатнашыусы. Википедия эшмәкәрлегендә хәкимдәрҙең башҡаларҙан өҫтөнлөге юҡ. Ул үҙ вазифаһын үтәгәндә баш-баштаҡланырға тейеш түгел. Башҡа ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡарарҙарын ғәмәлгә ашыра ала. Үҙ фекерен башҡаларға көсләп таға алмай.
Теләгән мәҡәләне үҙгәртеү өсөн, мәҡәлә өҫтөндәге «Үҙгәртергә» төймәһенә баҫыу етә. Үҙгәртеүҙәрҙең ябай булыуы арҡаһында Википедия көн үҙәк мәсәләләргә тиҙ яуап бирә һәм иҫкергән мәғлүмәттәр кәметә. Шул тиҙлеге лә был энциклопедияның ғәҙәти булмаған исемен аңлата ла инде: «вики» (дөрөҫөрәге «викивики») гаваи телендә «тиҙерәк» мәғәнәһенә эйә. Был исемде урындағы халыҡ аэропорттан Гонолулуға барған автобустарға ҡушҡан. Ғәҙәти булмаған энциклопедияға нигеҙ һалыусыһы Джимбо Уэйлс та үҙ эшенә шундай исем ҡушҡан. Яңы энциклопедия идеяһында ирекле рәүештә мөхәррирләү тәртибенән башҡа мәғлүмәт азатлығы һәм яуаплылығы тәртибе лә бар. Башҡа сығанаҡтарҙың н эстәлектәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән һаҡлана һәм Википедия ҡанундары менән эҙәрлекләнә. Википедия мәғлүмәттәренә ҡарата «copyleft» тәртибе эшләй – уның материалдарын теләгәнсә ҡулланырға була, тик ҡайҙан алынғанын ғына белдерер кәрәк. . Википедия селтәрҙә 2001 йылдың 15 ғинуарынан бирле эшләп килә. Тәү башта проект инглиз телендә ине, шунан башҡа телдәрҙә лә бүлектәр ойошторола башланы. Хәҙерге ваҡытта ике йөҙгә яҡын тирәһе телдә бүлек бар.
Иң күп мәҡәлә булған тел әлбиттә инглиз теле, хәҙер инглиз телендә (2007 йыл башына ҡарата) миллион ярым мәҡәлә бар (сағыштырыу өсөн Бөйөк Совет Энциклопедияһында йөҙ мең тирәһе мәҡәлә бар ине). Урыҫ телендәге мәҡәләләр һаны 130 меңде ашты. Төрки телдәренән иң күп мәҡәлә булған бүлек - Төрөксә 45 меңгә яҡын. Үзбәксә биш меңдән ашыу, Татарса 4 мең тирәһе, Сыуашса биш меңдән ашыу, Осетин телендә 7 мең тирәһе мәҡәлә бар. Башҡорт телендә лә бүлек асылған һәм 2007 йыл башына ҡарата 150 мәҡәлә бар.
Шулай итеп башҡорт телендә википедияның үҫешеүенән ниндәй файҙа булыр ине? Тәү башта википедия телдең интернет селтәрендә нигеҙләнеүенә ярҙам итәсәк, шунан бәлки йәштәрҙең дә туған телгә булған ҡыҙыҡһыныуы ла барлыҡҡа килер – компьютер мониторынан ҡарағанда тел бик йәлеп итеүсән бит!
Википедия, башҡорт халҡының мәҙәни йәшәйешенә Башҡортостан, хата Рәсәй сиктәре тышында йәшәгән вәкилдәрен йәлеп итергә ярҙам итер. Википедия арҡаһында Интернет селтәренең бар ҡулланыусылары башҡорттарҙың мәҙәниәте һәм тарихы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе «төп телдә», йәғни башҡорт телендә файҙалана аласаҡтар.
Быларҙың барыһы ла википедияның башҡорттарҙың мәҙәни берләшмәһе өсөн булған файҙалары. Бынан башҡа, википедия һәр бер ҡатнашыусы өсөн дә файҙалы буласаҡ. Википедия һеҙгә уҡымышлы, белемле һәм ҡыҙыҡ кешеләр менән танышырға ярҙам итәсәк (Халыҡ-ара һәм бәләкәйерәк күләмдәге википедиясыларҙың осрашыуҙары һәр ваҡыт үткәрелеп тора). Үҙегеҙ ҙә бик күп яңы нәмәләр өйрәнәсәкһегеҙ, бәлки уҡымышлы кеше данын ҡаҙанарһығыҙ. Википедия һеҙҙең тел белемегеҙҙе яңыртыуға ярҙам итер. Телде бик яҡшы белмәүегеҙ һеҙҙе ҡурҡытмаһын, хаталанһағыҙ һис шикһеҙ төҙәтеүсе табыласаҡ. Башҡортса белмәгән, ләкин беҙгә ярҙам итеү теләге булған дуҫ - иштәрегеҙ ҙә ярҙам итә ала. Башҡа һәйбәт белгән телдә мәҡәләләр яҙып башҡорт мәҙәни мираҫының һаҡланыуына булышлыҡ итергә мөмкин.
Әйткәндәй, телде онотҡандар өсөн викиәсбаптар бүлеге файҙалы буласаҡ. Ул википедия кеүек, вики тәртибендә эшләй. Әгәр телде һәйбәт беләһегеҙ икән, урыҫ телендәге викиәсбап бүлемендә башҡорт теленең белешмә китабын әҙерләгеҙ (башҡорт телен онотоусыларҙың күбеһе урыҫ телендә һөйләшә бит)! Ә һуңынан башҡорт телендә ентекле викиәсбап әҙерләргә мөмкин. Шунда уҡ (викиәсбап бүлегендә) башҡорт аш-һыу, ашамлыҡтарының рецептарын ҡуйырға, халыҡ кәсептәре, һөнәрҙәре тураһында ҡулланма урынлаштырырға була.
Телдең һаҡланыуына Вики-һүҙлек тә ярҙам итәсәк. Был һүҙлектә орфографик, этимологик, тәржемә һүҙлектәр буласаҡ. Әкиәттәрҙе, риүәйәттәрҙе, легендаларҙы викитека бүлеменә ҡуйырға була.
Бөтә проекттар – википедия, викиәсбаптар, викиһүҙлек һәм викитека, сауҙа эштәре менән шөғөлләнмәгән Wikimedia Foundation ойошмаһы тарафынан алып барыла.
Шулай итеп викимедия проекттары башҡорт теленең һәм милли мәҙәниәтенең интернет селтәрендә һаҡланыуы өсөн бик ҡулайлы урын булып тора. Хәҙер был проекттарҙа ике йөҙгә яҡын тел бар. Һеҙҙе лә был проекттарҙа ҡатнашыусы итеп күрергә теләр инек!