Сократ
Википедия – ирекле энциклопедия
Сокра́т (469 б.э.т. тирәһендә, Афины — 399 б.э.т., Афины) — Боронғо Греция философы. Уның тәғлимәте материалистик натурализмдан идеализмға боролошто билдәләй. Сәйәси дошмандар тарафынан язалап үлтерелгән. Уның эшмәкәрлеге - антик фәлсәфәнең һынылыш моменты. Ул, үҙенең төшөнсәләрҙе анализлау ысулы (майевтика, диалектика) һәм яҡшылыҡты белемгә тиңләшеүе менән философтарҙың иғтибарын кеше шәхесенең әһәмиәтенә йүнәлткән.