Wikipedia:Теркәлеү
Википедия – ирекле энциклопедия
Википедияла теркәлеү мәжбүри түгел. Проектта ҡатнашыу өсөн кәрәкле функцияларҙың барыһы ла тиерлек теркәлеүһеҙ эшләй. Ләкин теркәлгән һәм үҙен танытҡан ҡатнашыусыларға өҫтәмә функциялар асыла, бының менән Википедияны ҡулланыу тағы ла уңайлы хәлгә килә.
Викимедиа Фондының һәр бер айырым проекты һәм һәр бер тел бүлеге өсөн айырым теркәлер кәрәк. Шуның өсөн Википедияның бер туғандаш проектында (мәҫәлән, Вики-Әсбапта) система һеҙҙе танымаһа -- ғәжәпләнмәгеҙ. Бындай осраҡта был проектта тағы бер тапҡыр теркәлер кәрәк; шул уҡ исем менән теркәлеү яҡшы була.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Өҫтөнлөктәр
Һәр бер танылған ҡатнашыусыға Википедияла уҡыуҙы һәм мөхәррирләүҙе еңеләйткән биттәр йыйылмаһы бирелә.
Шәхси битегеҙҙә үҙегеҙҙе таныштырып китегеҙ. Улай иткәндә Википедияға кереткән өлөшөгөҙҙөң кем тарафынан керетелгәнен башҡалар ҙа беләсәктәр. Шәхси бит – Википедияның башҡа ҡатнашыусылары менән танышыуға һәм ышаныстарына кереүгә ярҙам итәсәк.
Фекер алышыу — Асыҡ хәбәрләшеү урыны, унда Википедияла ҡатнашыу тураһында фекер алышыу бара. Үҙ көйләүҙәрендә электрон почта адресын күрһәткән ҡатнашыусыға Википедия аралышсылығы менән башҡа ҡатнашыусылар, уның адресын күрмәйенсә, электрон хат яҙа алалар. Шулай итеп ҡатнашыусы спамдан һаҡланған була.
Ҡатнашыусы тарафынан күҙәтеү исемлегенә керетелгән биттәр «һуңғы төҙәтеүҙәр исемлегендә» яртылаш ҡалын шрифт менән күренәләр һәм төҙәтеү ваҡытына (һуңғыһынан алдағыһына) күрә күҙәтеү исемлеге битендә теҙелеп китәләр.
Танылған ҡатнашыусылар ғына Википедияның тышҡы күренешен үҙҙәре теләгәнсә көйләй алалар.
Теркәлгәндә һайлаған (ҡушма) исемегеҙ Википедияның ниндәй ҙә булһа бер битен төҙәткәндә Википедия тарафынан яҙылып бара. Бындай осраҡта керетелгән әҙ генә үҙгәртеүҙәрҙе «бик әһәмиәтле түгел» тип билдәләргә мөмкинселек бирә. Аноним ҡулланыусылар (уларҙың имзалары урынына IP-адрестары ҡулланыла), бындай мөмкинселеккә эйә түгел.
Теркәлгәндә һайланған (ҡушма) исем фекер алышыу биттәрендә аралашыуҙы еңеләйтә. Һәм һәр кергәндә үҙгәргән IP-адрес урынына исеме булған кеше менән аралашыу рәхәтерәк. Танылған ҡатнашыусыға автоматик рәүештә имза ҡуйыу өсөн мөхәррирләү тәҙрәһе өҫтөндәге төймәгә баҫыу йәки дүрт тильда (~~~~) ҡуйыу етәрле. Имзаны Көйләүҙәр битендә яйларға була.
[үҙгәртергә] Етешһеҙлектәр
Шәхси мәғлүмәттәр өсөн ҡатнашыусыларға бирелгән биттәр ҙә GFDL лицензияһына ҡарайҙар, шуныҡтан улар ҙа ирекле рәүештә төҙәтелә алалар. Шуның өсөн ул биттәрҙең (бәлки бик яҡшы булмаған) үҙгәрештәренә һәм вәхшилеккә әҙер булығыҙ.
[үҙгәртергә] Нисек теркәлергә
Әгәр һеҙ теркәлергә теләйһегеҙ икән Баш биттә, өҫтәге уңдағы мөйөштәге «Танышыу йәки теркәлеү» яҙыуына сиртегеҙ. «Танышыу йәки теркәлеү» исемле ярҙамсы бит асыласаҡ.
Ул биттәге «Иҫәп яҙыуын булдырырға» яҙыуына баҫығыҙ, «Яңы ҡатнашыусыны теркәү» исемле ярҙамсы бит асыласаҡ.
Ул биттә үҙегеҙгә оҡшаған, ләкин «ҡысҡырып» тормаған исем һайлағыҙ. Әгәр үҙегеҙҙең ысын исемегеҙҙе яҙһағыҙ башҡа ҡатнашыусыларҙың ышаныстары артасаҡ, ләкин ысын исем-фамилияғыҙҙы яҙыу мәжбүри түгел. Википедия ҡатнашыусыларының исемдәренә оҡшаштарҙы һайларға тырышмағыҙ, юғиһә буталсыҡ тыуыуы мөмкин һәм ул ҡатнашыусы ул хәлгә бик шат булмаясаҡ.
Википедиялағы иҫәп яҙыуығыҙ өсөн пароль һайлағыҙ һәм «Һеҙҙең пароль» юлына керетегеҙ һәм аҫтындағы майҙансыҡҡа уны ҡабаттан яҙығыҙ. Оноторҙай йәки башҡалар белә алған пароль һайламағыҙ.
«Электрон почта» майҙансығына яҙған адресығыҙ Википедиялағы бер кемгә лә күренмәй һәм башҡаларға таратылмай. Әгәр Википедиянан тура электрон хаттар алырға теләмәйһегеҙ икән был яйлауҙы аҙаҡтан шәхси көйләүҙәрегеҙҙә яба алаһығыҙ.
Шунан өҫтәге һүрәттә күренгән хәрефтәрҙе (һандарҙы) аҫтындағы юлға яҙығыҙ һәм «Яңы ҡатнашыусыны теркәү» төймәһенә баҫығыҙ.
[үҙгәртергә] Системаға нисек танылырға
Системаға танылыу һәм теркәлгән исем менән эшләй башлау өсөн Баш биттә, өҫтәге уңдағы мөйөштәге «Танышыу йәки теркәлеү» яҙыуына сиртегеҙ. «Танышыу йәки теркәлеү» исемле ярҙамсы бит асыласаҡ.
Ул биттәге «Системаға танылыу өсөн «cookies» рөхсәт ителергә тейеш» юлы, әгәр ҙә һеҙ сайтҡа һәр кергәнегеҙҙә үҙ исемегеҙҙе һәм паролегеҙҙе яҙырға теләмәйһегеҙ икән «cookies» рөхсәт ителеүенең кәрәклеге тураһында белдерә.
Исемегеҙҙе һәм паролегеҙҙе керетегеҙ.
Әгәр һеҙ һәр кергәндә исемегеҙҙе һәм паролегеҙҙе яҙырға теләмәйһегеҙ икән һәм «cookies» рөхсәт ителгән булһа «Парольде хәтерҙә ҡалдырырға» юлын билдәләгеҙ (һайлағыҙ) һәм «Танышыу йәки теркәлеү» төймәһенә баҫығыҙ. Бынан һуң Википедияны асҡанығыҙҙа автоматик рәүештә танылған булырһығыҙ.
(Әгәр Википедияға уртаҡ компьютерҙан керәһегеҙ икән «Парольде хәтерҙә ҡалдырырға» юлын һайламау һеҙҙең өсөн хәйерлерәк булыр, сөнки башҡа кешеләр һеҙҙең исемдән ғүмерегеҙҙә лә эшләмәйәсәк яман ҡылыҡтар ҡылып ташларға мөмкин).
[үҙгәртергә] Теркәлгән исемемде үҙгәртергә мөмкинме?
Вики проектында тәү башта теркәлгән исемегеҙҙе тик бей генә үҙгәртә ала. Ҡатнашыусының исемен үҙгәртеү өсөн ул ҡатнашыусының төҙәтеүҙәр һаны 200 000 үтмәҫкә тейеш, юҡһа мәғлүмәттәр базаһына ауыр йөк барлыҡҡа киләсәк.