Фән
Википедия – ирекле энциклопедия
Фән – төплө мәғлүмәттәр йыйыу, классификациялау, анализлауҙы, тәбиғәт күренештәрен йәки йәмғиәт процесстарын аңлатырға һәм уларҙың үҫешен алдан күрергә мөмкинселек биреүсе теорияларҙы яҡшыртыу һәм яңыларын төҙөүҙе үҙ маҡсаты итеп алған эшмәкәрлек өлкәһе. Шулай уҡ фән үҙ үҫешенә үҙе булышлыҡ итеүсе аналитик белемдәр системаһын аңлата.
Фән ғәҙәттә ике төп өлкәгә бүленә:
- тәбиғи күренештәрҙе өйрәнеүсе тәбиғи фәндәр;
- кеше һәм йәмғиәтте өйрәнеүсе йәмғиәт фәндәре.