Астрономия
Википедия – ирекле энциклопедия
Астрономия (αστρονομία, αστρον — йондоҙ һәм νόμος — закон һүҙҙәренән килә) — күк есемдәре һәм уларҙың системалары (Йыһанға тиклем) урынлашыуы, ҡоролошо, сифаттары, килеп сығышы һәм үҫеше тураһында фән.
Астрономия Ҡояшты, Ҡояш системаһы планеталарын һәм уларҙың юлдаштарын, астероидтарҙы, кометаларҙы, метеориттарҙы, планета-ара матдәне, йондоҙҙарҙы һәм Ҡояш системаһынан тышындағы планеталарҙы, томанлыҡтарҙы, йондоҙ-ара матдәне, галактикалар һәм уларҙың өйкөмдәрен, пульсарҙарҙы, квазарҙарҙы, кара тишектәрҙе һ.б. өйрәнә.