Физика
Википедия – ирекле энциклопедия
Физика (грек телендә φύσις (phúsis) — тәбиғәт) – матдәләр, энергия һәм ваҡыт менән идара итеүсе фундаменталь ҡанундарҙы асыу һәм уларҙы математика ярҙамында аңлатыу менән шөғөлләнеүсе фән.
Физика бүтән фәндәрҙән эҙләнеү ысулдарының теоретик һәм эксперименталь ысулдарға бүленеүе менән айырылып тора. Шулай итеп, физика теоретик физикаға һәм эксперименталь физикаға бүленә.