Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Википедия – ирекле энциклопедия
thumb|thumb| Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Вәлидов Әмәтзәки Әхмәтшаһ улы. Күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе. Ғалим, шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе. Философия докторы (1935).
Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улысы Көҙән ауылында (хәҙерге ваҡытта Башҡортостандың Ишембай районы) 1890 йылдың 10 декабрендә тыуған. 1970 йылдың 26 июлендә Төркиәлә Истанбул ҡалаһында үлгән.
- 1908 -- 1912 -- Ҡаҙан ҡалаһында «Ҡасимиә» мәҙрәсәһендә уҡый;
- 1935 -- Вена (Австрия) университетын тамалай.
- 1913 -- 1914 -- Фирғәнә һәм Бохараға археографик экспедицияла ҡатнаша;
- 1915 -- Рәсәй Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһында сәйәси эштә;
- 1917 -- башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, тәүге өс башҡорт ҡоролтайының идеологияһын билдәләй. Башҡорт хөкүмәтен һәм ғәскәрен ойоштороу менән етәкселек итә;
- 1920 -- ВЦИК һәм РСФСР ХКС-ның «Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының дәүләт төҙөлөше тураһында» ҡарары буйынса Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡтарының сикләнеүенә килешмәйсә, большевиктәр менән хеҙмәттәшлек итеүен туҡтата һәм баҫмасылар хәрәкәтенә ҡушыла. Урта Азия һәм Ҡаҙағстан баҫмасы төркөмдәре хәрәкәтен координациялаусы «Төркөстан милли берҙәмлеге» ойошмаһының рәйесе итеп һайлана;
- 1923 -- Төрөкмәнстандан Иранға китә;
- ЯҘЫЛЫП БӨТМӘГӘН