Әхмәт ибн Фаҙлан
Википедия – ирекле энциклопедия
Әхмәт ибн Фаҙландың X быуаттағы тарихи ваҡиғаларға ҡағылышлы “Яҙмалары” мөһим сығанаҡ булып тора. Ибн Фаҙлан 921 – 922 йылдарҙа аббасид халиф аль-Моҡтадир илселеге менән бергә Иҙел-Болғар илендә сәйәхәттә булған. Ул илселектең унда башҡарған эштәренең һөҙөмтәһе мәғлүм түгел, сөнки “Яҙмаларҙың” аҙағы табылмаған. Ибн Фаҙландың ошо “Яҙмаларын” 1920-се йылдарҙа Мешхедта (Иран) имам Али Ибн Реза кәшәнәһе янындағы китапханан күренекле шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди Туған табып алған. Был “Яҙмыларҙа” ғуҙҙар, башҡорттар, болғарҙар һәм хазарҙар тураһында уникаль этнографик мәғлүмәттәр килтерелгән. Ибн Фаҙлан “Яҙмалары” үҙендә хәҙерге Башҡортостан биләмәләрендә генә түгел, ғөмүмән, тарихи Башҡортостан ерҙәрендә иң боронғо дәүерҙәрҙә йәшәгән башҡорттар тураһында мәғлүмәттәр һаҡлаусы иң боронғо сығанаҡтарҙың береһе.
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
Путешествие Ибн-Фадлана на Волгу. Изд. Академии наук СССР. М.-Л., 1939.